-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2021, 15:15

ТУҒАН ТЕЛГӘ ҺӨЙӨҮ, УНЫ ӨЙРӘНЕҮ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНАН УҠ БАШЛАНЫРҒА ТЕЙЕШ

Заманса балалар баҡсаһы - ул асыҡ белем биреү системаһы. Мәктәпкәсә учреждениела кескәйҙәр уйын форматында ойошторолған тәрбиәүи сараларҙа ҡатнашырға, аралашырға һәм эш итеү тәжрибәһенә өйрәнеп үҫә. Уйын йүнәлешендә уҡытыу балаларҙы телде өйрәнеүгә дәртләндерә һәм ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға күрә, мәктәпкәсә учреждениела уҡ туған телдә һөйләшеү, уға һөйөү уятыу мөһим. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров былтыр Ғафуриҙа үткән төбәк-ара форум барышында белдергәйне. ...

Заманса балалар баҡсаһы - ул асыҡ белем биреү системаһы. Мәктәпкәсә учреждениела кескәйҙәр уйын форматында ойошторолған тәрбиәүи сараларҙа ҡатнашырға, аралашырға һәм эш итеү тәжрибәһенә өйрәнеп үҫә. Был процесты юғары кимәлдә алып барыу өсөн тәрбиәселәрҙең белем кимәлен дә камиллаштырыу мөһим.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Остаз» проектына старт бирҙе. Уға ярашлы, мәктәпкәсә учреждение тәрбиәселәре диалект үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп туған телде өйрәтеү нескәлекәренә төшөнә.
Был процесты юғары кимәлдә алып барыу өсөн тәрбиәселәрҙең белем кимәлен дә камиллаштырыу мөһим. Проектта ҡатнашыусы белгестәр тәү сиратта тест үтә.
Читайте нас: