+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2021, 12:20

БАЛАЛАР МӘКТӘПТӘ ТУҠЛАНҒАН АҘЫҠ СИФАТЛЫМЫ?

Уҡыусыларҙы туҡландырыу буйынса күп һорауҙар тыуа. Ярым фабрикаттарҙың ниндәй шарттарҙа әҙерләнгәнен күрһәтергә бөгөн Өфө районы мәктәптәре ата-әсәләре Михайловкалағы туҡландырыу комбинатына саҡырылды.

Бешмәгән, икмәктән яһалған, көйә менән кәтлит...
Ата- әсәләр балалары мәктәптә туҡланған аҙыҡ тураһында ошолай һөйләй. Уҡыусыларҙы туҡландырыу буйынса күп һорауҙар тыуа. Ярым фабрикаттарҙың ниндәй шарттарҙа әҙерләнгәнен күрһәтергә бөгөн Өфө районы мәктәптәре ата-әсәләре Михайловкалағы туҡландырыу комбинатына саҡырылды.
Кәтлит тауыҡ итенән түгел, икмәктән яһалған тип иҫбатлайҙар. Әммә тоҡсайҙа бер ниндәй маркировкаһыҙ ярымфабрикаттың ҡайҙа әҙерләнгәне билдәле түгел. Ә Өфө районы мәктәптәренең береһендә кәтлиттән көйә күбәләге таптыҡ тип дәғүә белдерәләр.
Михайловкала урынлашҡан комбинат Өфө районындағы 69 объектты хеҙмәтләндерә. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙәге 12 меңгә яҡын бала.
Ата-әсәләргә комбинат етештергән аҙыҡ тәҡдим ителде. Балыҡ кәтлите генә бер аҙ әскелтем тәмәйтә тип билдәләнде. Кәтлитең ите алһыу төҫтә булыуына зарланыу осраҡтары бар. Уны мәктәптә бешерәләр, тимәк проблеманы ла урында хәл итергә кәрәк.
Социаль туҡландырыу өлкәһендә эшләүселәр ата-әсәләр менән осрашыуҙарҙы киләсәктә лә ойошторасаҡ.
Читайте нас: