Мөрәжәғәтте Дәүләт торлаҡ инспекцияһы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Мәләүез районы хакимиәтендәге коллегаларыбыҙ менән бергәләп ҡараныҡ. Эш барышында балалар майҙансығының хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәүен, яңыртыу талап ителеүен асыҡланыҡ. Мәләүез районы хакимиәте Васильевка ауылының мәктәпкәсә йәштәге учреждениеһы яңы балалар майҙансығына өсөн 150 мең һум аҡса ала.