+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 13:25

ТӘГӘРМӘСЛЕ СТОМАТОЛОГИЯ

Баш ҡала табиптары - балалар теш табиптары булмаған район биләмәләрендә ҡабул итеүҙәр ойоштора. Күсмә комплекста республиканың иң алыҫ төбәктәрендәге балалар уҡыуҙарынан айырылмай стоматолог ярҙамы аласаҡ. Стоматолог ярҙамы тәү сиратта етем һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған малай-ҡыҙҙарға, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә күрһәтелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса алынған тәгәрмәсле стоматология «Ҡанатлан» мәғариф проекты пункттарының береһе.

Алдараҡ республикала төбәк башлығының мәктәптәрҙә заманса стоматология кабинеттары булдырыу буйынса проекты старт алғайны. Ундай кабинеттар булмаған ерҙәрҙә күсмә медицина бригадаһы ярҙамға киләсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса алынған тәгәрмәсле стоматология «Ҡанатлан» мәғариф проекты пункттарының береһе. Йыл аҙағына тиклем табиптар республиканың барлыҡ төбәктәрен урап сығырға ниәтләй.
Читайте нас: