+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 20:42

"Остаз" кескәйҙәргә тел өйрәтәсәк

Был проект сиктәрендә балалар башҡорт телене диалект үҙенсәлектәрен үҙләштерәсәк.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты “Остаз” тәрбиәселәр оҫтаханаһы” проекты менән Башҡортостан республикаһының дәүләт телдәре һәм халыҡтар телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грант отто.
“Остаз”дың төп маҡсаты – өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балаларҙы туған телдәренә, атап әйткәндә, башҡорт теленең диалекты төрҙәренә өйрәтеү, башҡорт телен заманса һөнәре компетенциялар ярҙамында үҫтереү.
Тәү башлап был йүнәлештә башҡорт теленең өс диалект төрҙәрен йөрөткән райондарҙа эш башланды. Көнсығыш диалектта һөйләшкән Әбйәлил, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йәшәгән Борай, көньяҡ диалектта һөйләшкән Стәрлебаш райондарында оҫтаханалар асылды.
Бөгөн Стәрлебашта проектты асыу тантанаһы үтте, Әбйәлил менән Борай онлайн форматта ҡушылды.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: