Кисәне Юлиә Тәҡдим ҡыҙы Рамазанова үткәрҙе. Башҡорт телен ошо форматта өйрәнеү балалар өсөн еңелерәк тә ҡыҙыҡ та. Уларҙы изгелеккә, яҡшылыҡҡа, мөғжизәгә ышаныуға өндәй. Ә бөгөн 10 февралдә сәғәт 14.00 ошо сарала иң отҡор ҡатнашыусылар, башҡорт телендә үҙҙәренең матур, тасуири һөйләү оҫталығын күрһәтеп онлайн форматта әкиәттәр һөйләйәсәк.