+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 11:15

ЙӘЙӘҮЛӘП БУЛҺА ЛА БЕЛЕМГӘ ТАБАН

Әлшәй районы Ғәйнәямаҡ ауылы мәктәбе уҡыусыларЫ йәйәүләп йөрөргә мәжбүр. Руслан Бәхтейәров уҡыған мәктәп тыуған ауылынан яҡынса ете саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Өсөнсө йыл инде уға атаһы, йә ағаһына эйәреп белем усағына йәйәүләп барырға тура килә.

Өҫтәүенә, Руслан Туҡмаҡбаш ауылында мәктәп йәшендәгеләрҙән бер үҙе. Юл да үтә маҡтанырлыҡ түгел. Унан бигерәк, ҡырағай йәнлектәрҙе осратыу ҙа хәүефле.
Туғыҙ класлыҡ мәктәптә бөгөн 52 уҡыусы белем ала. Уларҙың етәүһе күрше ауылдан, барыһы ла интернетта ятып уҡый.
Мәктәп етәкселеге яғынан бар эштәр ҙә үтәлгән. Балаларҙы йөрөтөү өсөн дә тәжрибәле водитель һайланған. Тик декабрь урталарында файҙаланыуға тапшырылған транспорт сараһы әлегәсә ултыра бирә.
Читайте нас: