Көрәш башҡорт халҡы мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Уның тураһында «Алдар менән Зөһрә», «Алпамыша менән Барсынсыһылыу» эпостарында һәм ауыҙ-тел ижадының башҡа ҡомартҡыларында ла телгә алына. Бындай ярыштар һабантуйҙар, йыйындар һәм башҡа халыҡ байрамдары ваҡытында уҙғарылған һәм әле лә уҙғарыла. Көрәш буйынса ярыштар шулай уҡ Ураҙа, Ҡорбан кеүек дини байрамдар ваҡытында ойошторола.