10 февралдә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Стәрлебаш районында мәғариф проектын башлай. Әлшәй, Борай, Стәрлебаш райондарының мәктәпкәсә белем биреү усаҡтарында башҡорт теле диалект үҙенсәлектәрен һаҡлап уҡытыла башлаясаҡ. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сиктәрендә бойомға ашырыла.