Шаран районында киокушин каратэ буйынса III халыҡ-ара интернациональ ярыш уйындары үтте.
Салауат Юлаев исемен йөрөткән бәйгелә ҡатнашырға Шаран, Туймазы, Октябрьский, Толбазы, Шишмәнән килгәндәр.
Татарстандың Лениногорск, Баулы кеүек төбәктәренән, Ырымбур ҡалаһынан да командалар ҡатнашты.
Йәмғеһе ярышҡа 4 йәштән алып 17 йәшкә тиклем өс йөҙҙән ашыу бала йыйылды.
Башта иң бәләкәс спортсылар сығыш яһаны, аҙаҡ көрәш майҙаны олораҡ ярышсыларға тапшырылды.
Спортсыларҙы, ҡунаҡтарҙы Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов, “Рәсәйҙең киокушин каратэ союзы” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт ойошмаһыны Башҡортостандағы бүлек етәксеһе Рөстәм Һабанғолов сәләмләне.