+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 11:20

"ҠОЯШҠАЙ" ӨЛГӨЛӨ БАЛАЛАР БЕЙЕҮ АНСАМБЛЕ

Благовещен ҡала мәҙәниәт һарайында һуңғы көндәрҙә «Ҡояшҡай» өлгөлө балалар хореография ансамбле төбәк исеменән конкурсҡа бейеү номеры әҙерләй. Былтыр урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә рус халҡының мәҙәни хазиналарын сағылдырған ижад емеше булһа, быйыл улар башҡорт бейеүен тәҡим итә. Бынан тыш йәш рәссамдар программа сиктәрендә тыуған төйәгенең матурлығына, иҫтәлекле урындарына арналған күргәҙмә әҙерләгән.

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы социаль объекттар төҙөлөшөнән тыш, ижади номерҙы ла үҙ эсенә ала. Благовещендар урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә ҡаланың 2-се биҫтәһендә балалар майҙансығы ҡалҡып сыҡҡан.
Читайте нас: