+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2021, 11:15

ЗАМАНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ ҮҘӘКТӘРЕ

Башҡортостанда балалар өсөн заманса белем биреү үҙәктәре 2022 йыл аҙағына тиклем барыһы 9 «IT-куб» булдырыласаҡ.

Һанлы белем биреү үҙәктәре быйыл Стәрлетамаҡта асыла, киләһе йылда Нефтекама, Сибай, Күмертау, Белорет ҡалаларында, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, тип хәбәр итәләр Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. «IT-куб»та балалар мәктәп программаһынан тыш уҡытыла. Уларға мәғлүмәт һәм телекоммунация технологиялары буйынса белем бирелә.
Читайте нас: