-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2021, 17:00

"БӘЛӘКӘС ИРӘҮӘНДӘР" ҮҘӘГЕ

Үҙәктә Рәсәй Президенты гранты буйынса үҙенсәлекле балаларҙы һауыҡтырыу программаһы киләһе аҙнанан тормошҡа ашырыла башлай. Бында дауалау физкультураһы, массаж, логопед һәм психолог ярҙамы күрһәтеләсәк.

«Балалар – беҙҙең бәхет» мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итә. Ошо исем аҫтында 2018 йылдан Стәрлетамаҡта үҙенсәлекле балалар тәбиәләгән ата-әсәләрҙең төбәк ойошмаһы эшләп килә. Күптән түгел инвалид балаларға ярҙам итеү маҡсатында улар Рәсәй Президенты фондынан гранты отҡан.
Иртә ярҙам һәм телмәр үҫтереү үҙәгендә 10-дан ашыу бала шөғөлләнә. Иғтибар, яҡшы мөғәләмә үҙ һөҙөмтәләрен бирә: малай-ҡыҙҙарҙың аралашыу даирәһе арта, улар тәртипкә, бөхтәлеккә һәм көндәлек режимға өйрәнә, ти, белгестәр.
Читайте нас: