Тәгәрмәс өҫтөндәге медицина ярҙамы ысын мәғәнәһендә мобиль. Бында буйҙы үлсәү, йөрәк тикшереү аппараты, төрлө анализ алыу урындары бар. Ҡатын- ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген күҙәтеү, ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн дә сумаҙандар һәр саҡ әҙер.Иҫке Бүрестәр «Берҙәм ғаилә консультацияһы көнө»ндә табиптарҙың килеүен һорай. Урындағы Фельдшер-акушерлыҡ пунктындаа район үҙәге дауаханаһынан невропатолог, терапевт һәм нарколог ҡабул итеү ойоштора, ЭКГ аппараты килтерелә. Унан башҡа, төрлө белгестәр ҙә саҡырыла. Ғаиләлә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары, аңлатыу эштәре, социаль ярҙам саралары, кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
Ауыл тырыш, уңған һәм берҙәм ғаиләләре менән дә күркәм. «Берҙәм ғаилә консультацияһы көнө» ҡыҙыҡлы тамаша менән тамамланды. Һәр кемдең күңелен рухи яҡтан күтәреү маҡсатында район үҙәгенән дәртле йырҙары, бейеүҙәре менән беренсе тапҡыр автоклуб килтерелә.