+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 14:16

Балалары менән дә килгәндәр

Ғаиләгә кәңәш көнөндә белгестәргә мең ярымдан ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.

Ғаиләгә кәңәш көнөндә белгестәргә мең ярымдан ашыу кеше мөрәжәғәт иткән.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, февралдең өсөнсө көнөндә Башҡортостан буйлап Берҙәм ғаиләгә кәңәш көнө ойошторолдо.
“Айыҡ ауыл” сиктәрендә үткән акцияла республиканың район-ҡалалары ҡатнашты.
Наркологтар, опека органдары хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, психологтар һәм башҡа белгестәр 54 төпкөл ауыл ерҙәрендә булып халыҡ менән осрашты.
Һөйләшеүҙәр барышында улар йышыраҡ алкоголизмдан нисек дауаланырға, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ниндәй ярҙамдар ҡаралыуы тураһында, оло йәштәгеләргә һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә нисек етем балаларҙы ҡарауға алырға һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе.
Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған был акция киләсәктә лә дауам итәсәк.
Белгестәр десанты Башҡортостандың һәр ауыл-ҡалаһына йөрөп, урындағыларға кәңәштәре менән ярҙам ҡулын һуҙасаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: