+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 18:21

Балалар туған телен белһен

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Республика ата-әсәләр комиссияһы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, атап әйткәндә, Бөрө, Асҡын, Балтас, Благовещен, Борай, Ҡариҙел райондары, Бөрө ҡалаһында йәшәгән ата-әсәләр менән кәңәшмәгә йыйылды.Уларҙы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының йәш вәкилдәре – балаларҙың туған телдәрен өйрәнеү мәсьәләһе борсой ине.Башлыса балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыу, мәктәптәрҙә башҡорт кластарын булдырыу хаҡында һүҙ барҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Республика ата-әсәләр комиссияһы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, атап әйткәндә, Бөрө, Асҡын, Балтас, Благовещен, Борай, Ҡариҙел райондары, Бөрө ҡалаһында йәшәгән ата-әсәләр менән кәңәшмәгә йыйылды.
Ултырыш онлайн тәртиптә үтте.
Йыйылғандарҙың барыһын да төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының йәш вәкилдәре – балаларҙың туған телдәрен өйрәнеү мәсьәләһе борсой ине.
Башлыса балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыу, мәктәптәрҙә башҡорт кластарын булдырыу хаҡында һүҙ барҙы.
Һөйләшеүҙә Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафин да ҡатнашты.
“Әҙәбиәтте өйҙә, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында өйрәнергә тейешбеҙ. Хөкүмәт әһелдәре лә быны иҫенән сығармаҫҡа тейеш.
Әҙәбиәт, рухиәт мәҙәниәттең ике ҡанаты булғанда ғына йәмғиәт алға барасаҡ. Тимәк, әҙәбиәт телде үҫтерә, ә тел әҙәбиәтте һаҡлап килә. Һәр халыҡ йәшәһен өсөн яҙма милли теле лә һаҡланырға тейеш. Башҡорт теле тураһында бөгөндән уйланмаһаҡ,ҡайғыртмаһаҡ,киләсәктә телебеҙгә ҡурҡыныс янаясаҡ. Бөгөн беҙ башҡорт телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшкән һуңғы быуын булып ҡалмайыҡ!” – тине ул.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: