Шулай уҡ «Сәләмәтлек көнө» Салауат ҡалаһында ла уҙҙы. Мәҫәлән, кадет мәктәбендә күңелле эстафета ойошторолдо. Балалар тупты аяҡ аҫтына ҡыҫтырып йүгерҙе, таяҡ менән шарҙы тәгәрәтте, ҡулса аша үтеүҙә етеҙҙәрҙе асыҡланы. Ярыштар балаларҙың күңеленә хуш килде.