+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 14:07

Башҡортостанда яңы медицина хеҙмәте эшләй башланы

Ҡаты ауырыуҙан яфаланған балаларҙы дауалау өсөн аҡса ҡайҙан табырға? Уларға нисек дауаланыуға юллама, кәрәкле дарыуҙар юлларға?

Ҡаты ауырыуҙан яфаланған балаларҙы дауалау өсөн аҡса ҡайҙан табырға? Уларға нисек дауаланыуға юллама, кәрәкле дарыуҙар юлларға?
11 ғинуар Бөтә Рәсәй халыҡ фонды ярҙамында хәйриәлек нигеҙендә ҡаты ауырыуҙар менән яфаланған балаларға медицина ярҙам күрһәтеү хеҙмәте эшләй башланы.
Әлегә был хеҙмәт Башҡортостанда, Камчатка крайында, Ульянов һәм Новгород өлкәләрендә генә эшләй.
8-800-303-303-0 телефоны йәки vernap.ru сайты аша ата-әсәләр дауаланыуға юллама алыу, кәрәкле дарыуҙар табыу, ярҙам күрһәтеү көнөн тиҙләтеү мәсьәләһен хәл итә ала.
Был мөмкинлек менән бөгөн республика буйлап 50 кеше ҡулланған, өс һорау хәл ителә башлаған.
Ата-әсәләрҙе күберәк балаларының реабилитацияһы, дауаланыуы һәм уларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындыра.
Был проекттың исеме – “Дөрөҫ йүнәлеш”. Ул ваҡытында ауырыу балалар булған ғаиләләрҙең проблемаһы менән күҙгә-күҙ осрашҡандар тарафынан уйлап табылған.
Хеҙмәтте булдырыу идеяһы менән тәү башлап “Медицина ярҙамын эҙләү хәйриәлек хеҙмәте” ойошмаһының генераль дриекторы Антон Яремчук сығыш яһай.
Был проект сиктәрендә белгестәр ҡаты ауырыу менән яфаланған балаларҙың ата-әсәләренә дәүләт, хәйриәлек фондары, эре компаниялар иҫәбенә дауаланыуға юлламалар йүнләргә ярҙам итәсәк.
Ҡыҙыу бәйләнеш иртәнге 10 сәғәттән киске 19 сәғәткә тиклем эшләй.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: