Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә был алымды мөһим, тип яҙған. “Барлыҡ райондарҙа ла коммуникациялар уҙғарылған участкалар юҡ, һәр ғаилә лә шәхси йорт төҙөргә ниәтләнмәй. Бынан тыш, ерҙе йылдар буйы сиратта көтөп алырға тура килә. Беҙҙең башланғыстар хуплау тапты. 2020 йылда был тәҡдим менән 200 ғаилә ҡулланды. 2021 йылда ҡаҙнанан 100 миллион һум буләбеҙ, был ярҙамды 400 ғаилә ала. Киләһе йылдарҙа сумма арта барасаҡ”,- тип яҙа Радий Хәбиров.