Дим районындағы аҡыллы балалар баҡсаһы 260 урынға иҫәпләнгән. Бында бәләкәстәр экология өлкәһендә һәләттәрен үҫтерә аласаҡОбъектта төҙөлөш күләме 100 процентҡа үтәлгән, әммә ул файҙаланыуға ярты йылға һуңлап тапшырыла. Сәбәбе – төҙөлөшкә бина аҫтындағы грунт һыуҙарына бәйле. Өҫтәмә экспертизалар үткәреүгә ваҡыт талап ителде һәм проектҡа төҙәтмәләр индерелде. Был үҙгәрештәр төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты менән килешелде. Әлеге ваҡытта документация тәртипкә килтерелә.