+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 16:35

XXXV РЕГИОН-АРА ОЛИМПИАДА

Олимпиада башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса онлайн форматта - интернет селтәрендә үткәрелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса XXXV регион-ара олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусылар 3 турҙа үҙҙәренең көсөн һынап ҡараясаҡ. 35 йыл дауамында уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада регион-ара статусын алды, телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе яҡшы белгән, ихтирам иткән көслө уҡыусыларҙы асыҡлау мәктәбенә әүерелде.

Быйылғы олимпиада үҙенең түңәрәк датаһын - 35 йыллығын билдәләй. Ошо йылдар дауамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада регион-ара статусын алды, телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе яҡшы белгән, ихтирам иткән көслө уҡыусыларҙы асыҡлау мәктәбенә әүерелде.
Быйыл 728 уҡыусы саҡырыу алды. Олимпиаданың географияһы киңәйә - олимпиадала 7 региондан уҡыусылар көс һынаша. Регион-ара олимпиаданың һуңғы этабында район, ҡала олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусылар ғына ҡатнаша ала. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан 26 уҡыусы олимпиадала ҡатнашырға теләк белдергән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса XXXV регион-ара олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусылар 3 турҙа үҙҙәренең көсөн һынап ҡараясаҡ.
Олимпиаданың яҙма эштәре "Туған тел донъяһы" порталында, телдән башҡарыласаҡ эштәр Zoom платформаһында ойоштороласаҡ. Еңеүселәрҙең исемдәре 23 ғинуарҙа сәғәт 12.00-лә YouTube каналында "Мир родного языка" төркөмөндә иғлан ителәсәк.
Читайте нас: