+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 13:58

Балалар яҙыусылары иғтибарына

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад итеүселәр араһында Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына эштәр ҡабул ителә.

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад итеүселәр араһында Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына эштәр ҡабул ителә.
Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә айырым китап булып, йәки ваҡытлы матбуғатта донъя күргән ижади әҫәрҙәрҙе 11 февралгә тиклем Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18 адресы буйынса тапшырырға мөмкин.
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы 2005 йылда яңы быуында әҙәбиәткә, сәнғәткә ылыҡтырыу, Һәҙиә Дәүләтшина исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән булдырыла.
Гөлфиә Юнысова, Сафуан Әлибаев, Факил Мырҙаҡаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Гүзәл Ситдыҡова, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Гөлнур Яҡупова кеүек балалар яҙыусылары төрлө йылдарҙа был премияға лайыҡ була.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: