Мәктәпкәсә учреждение заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, физкультура һәм музыка кабинеттары сафҡа инә. Шулай уҡ балалар баҡсаһында иркен, яҡты бүлмәләр, йылы иҙән, ашхана урындарының эше бөткән. Мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар өсөн пандус, лифт ҡаралған. Мәктәпкәсә учреждениела 6 төркөм эшләй. Сабыйҙарҙың йоҡо бүлмәһендәге карауаттарға махсус ортопедия матрастары түшәлгән. Саф һауала йнар өсөн бөтә шарттар булдырылған: балалар майҙансығы резина япмаһы менән түшәлә, уйын ҡоролмалары урынлаштырыла.