«Иғтибар, балалар» акцияһы сиктәрендә республика юлдарында патруль дауам итә, иҫкәртеү саралары, тәү сиратта, кескәйҙәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, машинала ете йәшкә тиклем балалар мотлаҡ рәүештә махсус креслола ултырырға тейеш, был талап алғы пассажир урынындағы 11 йәшкәсә малай-ҡыҙҙарға ла ҡағыла.