Тыштағы һауа торошона ҡарамай теплицаларҙа һәр ваҡытта йылы, субтропик температура. Был уңайлы шарттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн яңы ҡоролмаларталап ителә, булғандары иҫкергән, үҫентеләр һыймай башлаған. Яңы оранжерея бүлектәре булдырылһа лимонарийҙың коллекция фонды яңы һәм сағыу төҫтәр менән тулыланасаҡ.
Марокко, Алжир, Испания, Италия һәм Франция климатына хас булған розмарин яҡтылыҡты ярата . Антисептик матдәләргә бай үҫемлек. Уны лимонарийҙа ғына түгел өйҙә лә үҫтерегә мөмкин. Аш-һыуға, ит, балыҡ бешергәндә тәмләткес булараҡ та ҡулланырға, төнәтмә кеүек эшләргә лә була. Өфө лимонарийында был үҫемлекте 20 йылдан ашыу үҫтереләр.
Илдә килеп тыуған пандемияға арҡаһында үткән йыл лимонарийҙа экскурсиялар һаны кәмей, әммә ул уңышҡа йоғонто яһамай. 12 тоннанан ашыу лимон йыйып алына. Бынан тыш, яңы үҫемлектәр ҙә барлыҡҡа килә.