+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2021, 17:15

СӘЛӘМӘТ ТОРМОШ!

Әбйәлил районы Таштимер ауылы халҡы үҙ көсө менән төҙөгән, ике ай эсендә эшләнеп яңы йылда тормошҡа ашҡан объект - хоккей майҙансығы.

Ошо уңайҙан майҙанда тәүге турнир ҙа үтте. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, был төҙөлөштө ауылдаштар үҙ көсө менән төҙөп, үҙҙәре сығымдарҙы ҡаплай. Берҙәм эштән бер кем дә ситтә ҡалмай, төрлө быуын вәкилдәре ҙур теләк менән ҡатнаша.
Хоккей майҙансығын асыу уңайынан уҙғарылған тәүге турнирҙа Буранғол, Ҡужан һәм Озерный ауылдары хоккей командалары ҡатнашты. Хоккей майҙансығына килгәндә, уның асылған көнөнән алып буш торғаны юҡ. Көн һайын үтеп торған саралар халыҡты сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтыра.
Читайте нас: