Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге билдәле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройға арналған виртуаль күргәҙмә ойошторған. Унда әҙиптең китапханала һаҡланған ҡулъяҙма әҫәрҙәре күсермәһе, шулай уҡ уларҙың башҡортса һәм русса аңлатмаһы бирелә.