Үҫмерҙәр Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылы малайҙары. Буш ваҡытын улар гаражда уҙғара. Беренсе транспорт сараһы өс тәгәрмәсле велосипед булған. Оҫта ҡулдарҙың ҡышҡы каникулға пландары ла бар – бәләкәй трактор ҡороу. Ниәттәре лә изге, аталары ярҙамында яңы һыҙмалар төшөрөп – ауыл хужалығы өсөн мөһим техника ҡороу.