11 ғинуар табиптарға рәхмәт әйтеү көнө булараҡ билдәләнә.
Беҙҙең заман геройҙары - ул табиптар. Үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, башҡалар йәшәһен өсөн ал-ял белмәй гел алғы һыҙыҡта булған был һөнәр эйәләренә рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
11 ғинуар Халыҡ-ара рәхмәт әйтеү көнө булараҡ билдәләнә, был дата арҡылы Башҡортостанда "Табиптарға рәхмәт әйт" акцияһы ойошторола.
Сара сиктәрендә һәр кем аҡ халатлыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә ала.
Бының өсөн бөгөн, иртәгә #спасибомедикамРБ хэштегы аҫтында видео йәки текст формаһындағы рәхмәт һүҙҙәрен Интернет киңлектәренә урынлаштырырға кәрәк.
11 ғинуар быларҙың барыһы ла тупланып, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтына ҡуйыласаҡ.