+3 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2021, 01:02

"Өләсәйем һандығы"

"Өләсәйем һандығы" - ниндәй серҙәр һаҡлай икән ул ҙур ҡумта?

Хәйерле сәғәттәрҙә, хөрмәтле төркөмдәштәр! Яңы 2019 йыл менән һеҙҙе!
Эшегеҙҙә уңыштар, яңы йылда ла ҡот-бәрәкәт менән тулы һау-сәләмәт тормош юлдаш булһын.
2018 йылды һуңғы көндәрен йомғаҡлап тигәндәй, Өфө ҡалаһы 221-се башҡорт балалар баҡсаһының үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып уҙғарылған "Өләсәйем һандығы" тип аталған саранан видеотаҫма тәҡдим итәбеҙ. Был баҡсаның уңған хужабикәһе Ләйсән Абдулла ҡыҙы Усманова үҙенең береһенән-береһе һәләтле, йәш, матур ҡыҙҙары - тәрбиәселәре, алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы - өлкән тәрбиәсе Әлиә Рәхим ҡыҙы менән бергә ниндәй генә байрамдар ойоштормай. Йыр, бейеү менән һуғарылған был сараға ла егәрле ҡыҙҙар ҡунаҡҡа өләсәйҙәрҙе саҡырған. Улар кескәйҙәргә селтәр, һаҡал, йәки түшелдерек эшләү серҙәре тураһында һөйләне.
"Өләсәйем һандығы" - ниндәй серҙәр һаҡлай икән ул ҙур ҡумта? Был турала белгегеҙ килһә, әгәр ҙә инде һеҙҙә ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу уянһа, әйҙәгеҙ уның ҡапҡасын асайыҡ ...
Читайте нас: