Был сара ҡышҡы байрам тематикаһы көндәренең береһе. Социаль селтәрҙәрҙә халыҡ бейеүҙәрен бейеүселәр араһында флешмоб уҙғарыла. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн бейеү номерын видеоға төшөрөп, интернет киңлектәренә һалырға кәрәк. #халыҡбейеүекөнө2021 махсус хештегын күрһәтеү ҙә мотлаҡ. Сараның төп маҡсаты халыҡ хореографияһын популярлаштырыу һәм үҫтереү тора.