7 ғинуарҙа, Өфөнөң бер нисә районы бергә Раштыуа байрамына арналған саңғы ярыштары ойошторҙо. Сара Мәжит Ғафури паркы биләмәләрендә уҙҙы. Был күңелле мажаралы, төрлө уйындарға ҡоролған саранан әкиәт батырҙары ла ситтә тороп ҡалманы. Саңғысыларҙы финиш алдында 13 тапҡыр параолимпиада чемпионы, еңеүсе, Рәсәйҙең дәүләт думаһы федераль йыйылышы депутаты Рима Батталова Ҡарһылыу кейемендә сәләмләне.