+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ғинуар 2021, 17:20

ҠАРҺЫЛЫУҘАР ПАРАДЫ

Бәләкәй ҡарһылыуҙар араһында “Мини” номинацияһында 6 йәшлек Эмилия Фәйзуллина уңышҡа өлгәште.

3 ғинуарҙа Өфөлә Бөтә Рәсәй “Ҡарһылыуҙар парады” үтте. Республикабыҙҙың алыҫ араны яҡынайтып килеп еткән: Бөрйән, Асҡын, Ҡариҙел, шулай уҡ Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә Баҡалы, Благовещен һәм башҡа бик күп райондарынан йыйылған Ҡарһылыуҙар үҙҙәренең кейемдәренең күркәмлегендә ярышты. Көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, оҫта итеп тегелгән, төрлө биҙәктәр менән биҙәлеп сигелгән, килешле һәм сағыу “күлдәктәр” хужалары ағымы Зәки Вәлиди, Пушкин, Театр, Ғафури урамдары буйлап ағылды. Был сара башҡалала икенсе тапҡыр уҙғарыла.
Сара «TERRA ZIMA» фестивале сиктәрендә ойошторолдо.
Читайте нас: