Асҡар ауылындағы был өйҙә Әсхәл Әбүталип улы оҙаҡ йылдар йәшәп ижад итә. Сараға Әбйәлил районы етәкселеге, шағирҙың ҡатыны Лүзә ханым, улы Азамат, шулай уҡ әҙәбиәт һөйөүселәр, шағирҙың ҡәләмдәштәре йыйылды. Әсхәл Әхмәт-Хужа – башҡорт поэзияһына ҙур өлөш индергән ижадсыларҙың береһе, 30-ҙан ашыу шиғри йыйынтығы донъя күргән. Уның шиғриәте үҙенең тәбиғилеге, ихласлығы менән көслө.