Ғадулла Кәримов (Ярлы Кәрим) башҡорт ғәскәрҙәре сафында 1919 йылда Петроградты һаҡлай. Уның исеме оҙаҡ йылдар телгә алынманы. Быға 1937 йылғы репрессия ла сәбәпсе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия шағирҙың исемен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса оло эш башҡара. Мемориаль таҡтаташты асыу хөрмәте Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов һәм «Меңле» ырыуы ҡорбашы Әхнәф Тимербулатовҡа бирелде.