+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ғинуар 2021, 11:15

БАШҠОРТ ТАРИХЫ ЙЫЛЫНДА ХАЖИӘХМӘТ ИШБУЛАТОВТЫҢ ИСЕМЕ МӘҢГЕЛӘШТЕРЕЛӘСӘК

2021 йылда генерал-майор, Беренсе донъя һуғышы ветераны, башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһының тыуыуына 170 йыл тула. Благовар районы хакимиәтЕ һәләтле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Хажиәхмәт Ишбулатов исемендәге район премияһын нигеҙләү тәҡдимен индерҙе.

Благовар районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәйеслеге аҫтында үткән кәңәшмәлә күренекле башҡорт хәрби етәксе Хажиәхмәт Ишбулатовтың хәтеренә арналған саралар планы төҙөлдө. Был саралар Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә уҙғарыла, тип көтөлә.
Шулай уҡ Благовар районында «Ишбулатовтар нәҫеле шәжәрәһе» байрамы үтергә тейеш. Сараға данлыҡлы генералдың вариҫтары, башҡорт йәмәғәтселеге саҡырыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Языков ауылындағы яңы урамдарҙың береһенә Хажиәхмәт Ишбулатов исемен бирергә, район музейы нигеҙендә тарихи шәхескә арналған экспозицияны байытып, уның виртуаль версияһы булдырырға тәҡдим итте.
Читайте нас: