Хакимиәт етәкселәре әйтеүенсә, ауылдарҙа медицина обьекттарын төҙөү артабан да дауам итәсәк. Был эшмәкәрлек федераль һәм республика программалары сиктәрендә алып барыла. Әбүбәкер ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты ла «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса сафҡа индерелгән.