+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 17:25

БАШҠОРТОСТАНДА 2021 ЙЫЛ - БАШҠОРТ ТАРИХЫ ЙЫЛЫ ТИП ИҒЛАН ИТЕЛӘСӘКМЕ?

«Күптән көтөлгән һәм уның буйынса оҙаҡ фекер алышынған документ - 10 йылға Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһы ҡабул ителде. Ултырышта әйтелгән тәҡдимдәр менән тулыланып, уның тексты йәмәғәтселек иғтибарына ирекле даирәгә тәҡдим ителәсәк. ...Беҙ Стратегияны Башҡорт тарихы йылы алдынан ҡабул итеүебеҙ ҙә оло мәғәнәгә эйә...

Был План идеологик йүнәлтмәләрҙе аныҡлыштырасаҡ, стратегик күҙаллау аныҡ проекттарҙа сағылыш аласаҡ һәм ул теге йәки был сараларҙы дәүләт программаһына индереү, ошо проекттар менән федераль һәм төбәк грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн нигеҙ булып торасаҡ, йәғни башҡорт халҡының төрлө өлкәләрҙә үҫеше өсөн комплекслы эш алып барыуға нигеҙ бирә.
«Документтың ҡушымтаһында Стратегияның ғәмәли аспекттары һәм тормошҡа ашырыу планы теркәлгән. Беҙ башҡорт халҡының тормошона ҡағылған сираттағы принциптарын ҡушымтала барланыҡ: башҡорттарҙың демографик үҫешен ҡеүәтләү, шул иҫәптән традицион күп балалы башҡорт ғаиләһен танытыу, балалар, үҫмерҙәр өсөн мәҙәни һәм эстетик мөхит булдырыу, башҡорт эшҡыуарҙарының, педагогтарҙың берләшмәһен булдырыу, башҡорттарҙың урындағы интеллегенцияһын туплау, төбәк-ара һәм халыҡ-ара кимәлдә башҡорт йәмәғәтселегенең эшен көйләү. Шулай уҡ Стратегияның ҡушымтаһына башҡорт халҡына хоҡуҡи яҡтан ярҙам ғәмәлдәре (башҡорт халҡын экологик яҡтан хоҡуҡи яҡлау, башҡорт телен өйрәнеү хоҡуғын һаҡлау, хеҙмәт мигранттарының хоҡуҡтарын яҡлау, башҡорттарҙың мәҙәни брендтарын яҡлау, Башҡортостанда дәүләт эшмәкәрҙәре өсөн башҡорт телен белеү минимумын булдырыу) ингән. Был аспектарҙың барыһы ла оло иғтибарға лайыҡ, тип иҫәпләйбеҙ», - тип белдерҙе тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов.
Читайте нас: