Туҡталыш павильоны ябыҡ, унда йылытҡыс ҡуйылған. Бынан тыш, ул Wi-Fi, USB-порттар, яҡтыртҡыс, видеокүҙәтеү һәм ашығыс ярҙам саҡыртыу төймәһе менән йыһазландырылған. Яҡын арала “Башҡорт дәүләт аграр университеты”, “Минһажев”, “СССР-ҙың 50 йыллығы урамы”, “Һалле ҡалаһы исемендәге урамы” туҡталыштары ла йылы була. Өфөлә 135 “аҡыллы” туҡталыш та ҡуйылған.