+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2020, 17:50

МИФТАХЕТДИН АҠМУЛЛА ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫНДА ЯҢЫ ЙҮНӘЛЕШ

2021-2022 уҡыу йылында бында балалар баҡсалары өсөн башҡорт телен белгән тәрбиәселәр әҙерләй башлайҙар.

«Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәте, мәктәпкәсә белем биреү», «Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, башланғыс кластар уҡытыусыһы» тигән ике профилле бакалавриатҡа студенттар ҡабул ителәсәк.

«Һәр төркөмдә −14 бюджет урын. Ҡабул итеү имтихандары: рус теде (БДИ), йәмғиәтте өйрәнеү (БДИ), башҡорт теле һәм әҙәбиәте (яҙма). Был йүнәлеште тамамлаған белгестәр милли баҡсалар тәрбиәселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, милли мәктәптәрҙең башланғыс класс уҡытыусылары, өҫтәлмә белем биреү ойошмаларында, мәғариф бүлеге белгестәре, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү һәм башланғыс кластар буйынса методист булып эшләй ала», — ти Винер Шәйәхмәтов, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса проректоры.
Читайте нас: