+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2020, 19:15

ӨФӨЛӘГЕ 44-СЕ ПОЛИЛИНГВАЛЬ МӘКТӘПТӘ ГЕРОЙ- МИҢЛЕҒӘЛЕ ШАЙМОРАТОВ КЛАСЫ АСЫЛА

Өҫтәмә белем биреү класына Өфөнөң башҡа мәктәптәренән килгән малай-ҡыҙҙар имтихандарҙы яҡшы билдәләргә тапшырып һайлау этабын үткәс кенә ҡабул ителә.

Данлыҡлы генералдың исемен йөрөткән махсус класс баш ҡалала тағы ла ике учреждениела асыла. Улар 162-cе полилингваль мәктәптә һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназияла. Герой Шайморатов кластарында уҡыусыларға берҙәм мәктәп формаһы индерелә. Уҡыу программаһына ярашлы махсус класста уҡтан атыу, йөҙөү, спорт дәрестәре, тарих, шахмат һәм башҡа түңәрәктәр ҡаралған.
Читайте нас: