“Беҙ бергә” акцияһын ойоштороусыларға ҡушылған Өфө эшҡыуары Вадим Заһитов балаларға татлы бүләктәр тапшырҙы. Ваҡытлыса ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләләр үҙәгендә, бигерәк тә әлеге көндә әсәләре: менән бергә унда йәшәгән 17 балаға тылсымлы әкиәттән килгән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡулынан алған яңы йыл бүләктәре ысын мөғжизә булып тәьҫир итте.
Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы әүҙемселәре Һупайлы биҫтәһендәге шыршы янында балаларҙың уйын-көлкө ҡатыш шат тауыштарынан яңғырап торҙо. "Саф һауала ойошторған был сара балаларға ла, атай-әсәйҙәргә лә бик файҙалы", - тине ошо ойошманың белгесе Гөлнара Мәғәсүмова.
“Бер бала ла яңы йылда бүләкһеҙ ҡалырға тейеш түгел” - тине, эшҡыуар Вадим Заһитов.