+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2020, 14:20

ЯҢЫ ЙЫЛ КҮСТӘНӘСЕ

Республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән «Лукойл» яуалылығы сикләнгән йәмғиәтенән балаларға Яңы йыл күстәнәсе

Был юлы бүләктәр балалар өсөн социаль ҡунаҡхана тәрбиәләнеүселәренә тапшырылды. Ҡыҙҙар-малайҙар Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан социаль учреждениела ғаилә хәлдәре арҡаһында ваҡытлыса йәшәй.

Үҫмерҙәр Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте, күңелле йырҙар йырланы. Һәләтле балаларға Ҡыш хужалары тәмлекәстәр таратты. Бағыусылар тапшырған телевизорҙан үҫмерҙәр онлайн дәрестәр, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған фәнни-популяр тапшырыуҙар ҡарап ҡыуанасаҡ.

Читайте нас: