-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2020, 14:55

СТРОНГМЕН СПОРТМЕН РАИЛ БИКМАЕВ - ҠЫШ БАБАЙ!

- Турнир алдынан яңы йыл байрамы көндәрендә балаларға йылмайыу һәм күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары ҡабыҙа алыуыбыҙға мин бик шатмын, - тине билдәле стронгмен спортсмен.

26 декабрҙә, "Урал батыр" көс экстримы турниры көдәрендә, стронгмен, БР мас-рестлинг федерацияһы президенты Раил Бикмаев Ҡыш бабай булып кейенеп, республика ковид госпиталдәрендә эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре балаларын Яңы йыл менән ҡотланы. Ул волонтер булып Башҡортостандағы "Волонтерҙар - медиктар" ойошмаһының төбәк бүлеге координаторы Ләйсән Хызырова - Ҡарһылыу менән Бөтә Рәсәй “яңы йыл һәр өйгә” акцияһына сиктәрендә ҡатнашты. һәр баланың өйҙәренә барып, Ҡыш бабай бүләктәрен тапшырҙы.

Яңы йыл бүләктәре ике меңдән артыҡ балаға тапшырылған. Уларҙың 838 - ауыр тормош хәлендә йәшәүсе балалар.
Читайте нас: