һыу ятҡылығына балыҡтар ыуылдырыҡ сәсергә инә. Көҙ быуа буйлап кире Ағиҙелгә төшә. Ләкин быйыл ҡоролма ябылған була. Ҙур һыуҙан айырылған балыҡтар һауа етмәүҙән һәләк була. Хужаһыҙ күлде үҙаллы ҡаҙып балыҡтарҙы сығарыу өсөн ҡоролмалар ҡуйыу ҙа тыйыла, шуға ла балыҡтарҙы ҡотҡарыу мөмкин түгел. Был тәбиғи күренеш. Кешенең ҡыҫылышы юҡ. Балыҡ ыуылдырыҡ сәсеүгә ингән дә һыуҙың һайығыуы сәбәпле кире сыға алмаған.