+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2020, 11:15

БАШҠОРТОСТАНДА "ИҒТИБАР, БАЛАЛАР!" АКЦИЯҺЫ БАШЛАНДЫ!

Ул балаларҙың юлда иғтибарлы булып, төрлө тән йәрәхәттәрен алмаҫ өсөн иҫкәртеү маҡсатында киләһе йылдың 15 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.

Фажиғәле осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында был көндәрҙә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары «Иғтибар, балалар!» акцияһын башланы. Уның барышында төрлө рейдтар, тематик флешмобтар, юлдарҙа үҙеңде хәүефһеҙ тотоу оҫталығын нығытыу буйынса олимпиадалар ойоштороласаҡ.
Ҡышҡы каникулдар алдынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәрҙе төрлө саралар үткәрә. Шуларҙың береһе Өфөнөң 160-сы лицейында үтте. Акция барышында инспекторҙар уҡыусылар менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса һөйләшеү уҙғарҙы. Улар билдәләүенсә, республика юлдарында балалар ҡатнашлығында фажиғәле хәлдәр йыш ҡабатлана.
Уның барышында төрлө рейдтар, тематик флешмобтар, юлдарҙа үҙеңде хәүефһеҙ тотоу оҫталығын нығытыу буйынса олимпиадалар ойоштороласаҡ.
Читайте нас: