Ҡыш бабай ҡотлауҙарын балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡыуанып ҡабул итә. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, «Рәсәй гвардияһы» хеҙмәткәрҙәре малай-ҡыҙҙарҙы уйын майҙансыҡтарында, парк һәм скверҙарҙа ҡотлай. Көн һайын ике тиҫтәләп ғаиләгә байрам кәйефен еткереү күҙаллана.