+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2020, 21:25

ЯНҒЫНДЫ ИҪКӘРТЕҮСЕ ҠОРОЛМАЛАР

Төтөн сыҡҡан осраҡта уның көслө тауышы йоҡлап ятҡан кешене уятыу һәләтенә эйә. Тап ошондай ҡоролма Өфөлә ике балалы ғаиләне оло фажиғәнән ҡотҡарған.

Бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә шәхси секторҙа йәшәүселәргә рейд ойошторҙо. Күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға һәм аҙ тәьмин ителгәндәргә янғынды иҫкәртеүсе приборҙар таратылды.
Белгестәр билдәләүенсә, янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар һәр йортта, һәр бүлмәлә мотлаҡ булырға тейеш. Төтөн сыҡҡан осраҡта уның көслө тауышы йоҡлап ятҡан кешене уятыу һәләтенә эйә.
Өфөлә ике балалы ғаиләне оло фажиғәнән ҡотҡарған. Ут улдары шырпы менән шаярыуы һөҙөмтәһендә сыға.
Бәхеткә күрә, приборҙың тауышына әсә кеше уяна һәм янғынды үҙ аллы һүндереп өлгөрә. Профилактик рейдта ҡатнашыусылар бала менән аңлатыу эше үткәрҙе.
Читайте нас: