Майҙансыҡтан кеше өҙөлмәй. Иҫәнғол ауылындағы «Әкиәт» балалар майҙансығы яңыраҡ ҡына асылыуына ҡарамаҫтан һәр саҡ тулы. Көндөҙ шау-гөр килеп кескәйҙәр уйнаһа, кис спорт һөйөүселәр күнекмәгә йыйыла. Майҙансыҡ кәрәклеге хаҡында ата-әсәләр күптән мөрәжәғәт итә. Сөнки ул балаларҙы ваҡытлыса компьютер, гаджеттарҙан айырыу ысулы, ти улар. Ейәнсура районы үҙәгендә сафҡа ингән объект «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» проекты буйынса төҙөлә. Хәҙер 9 меңгә яҡын кеше йәшәгән Иҫәнғолда йәмғеһе өс балалар һәм ике спорт майҙансығы бар.