+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2020, 11:50

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕНДӘГЕ ДҮРТ МӘКТӘПКӘ БАШҠОРТ КЛАСТАРЫН БИҘӘҮ ӨСӨН КҮРГӘҘМӘ МАТЕРИАЛДАР БҮЛӘК ИТТЕ

Уға билдәле яҙыусыларҙың портреттары, гәзит-журналдар, башҡорт алфавиты һәм башҡа күргәҙмә материалдар инә.

17 декабрҙә бүләктәр Арғаяш районының Күҙәш мәктәбе уҡыусыларына тапшырылды. Комплекттарҙы Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Руслан Абдуллин, Силәбе өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәре Нурия Иҡсанова, Сирүси мәктәбе директоры, Силәбе өлкәһе Башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһы ағзаһы Әлфиә Ҡотлохужина тапшырҙы.
Читайте нас: